Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 139.

2022 «Ватандаш» №7 138 лорсы ҡулы менән яҙылғанлығын самалап була. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләрендә был әҫәрҙең әһәмиәте хаҡында күп яҙылды. Әйтәйек, профессор Ә.Сөләймәнов остазына арнал- ған хеҙмәттәренең береһендә: «А.Гайдарҙың «Тимур һәм уның командаһы» повесы илдә тимур- сылыҡ хәрәкәтенә сәбәпсе булған кеүек, «Ҡариҙел» Кирәй Мәргәнде Башҡортостанда эҙәрмәнлек хәрә- кәтенең йәнләнеүенә булышыусы яҙыусы тип танырға мәжбүр итә», – тип яҙа [1, 77]. «Уның данлыҡлы «Ҡариҙел» повесын уҡып, ҡай- һы бер өҙөктәрен мәктәптә ойошторолған концерттарҙа та- суири һөйләп, сәхнәләштереп, зыҡ ҡуба торғайныҡ. Был әҫәрҙә һынландырылған ыңғай геройға оҡшарға тырышыр инек. Донъя картинаһын танып белә башла- уыбыҙ ҙа ошо «Ҡариҙел» повесы- нан киләлер», – тип хәтирәләргә бирелә профессор Р.Аҙнағолов [1, 7]. Әҫәрҙең популярлығын ул ваҡытта туған телдә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙең бик аҙ булы- уы, «Башҡорт әҙәбиәте» дәрес- лектәренең ҙур күләмен урыҫ яҙыусыларының тәржемә әҫәрҙәре алып тороуы менән бәйләй. Ысын- лап та, был повесть шәхес культы ҡорбандарының исемдәре һәм әҫәрҙәре тыйылыуы, байтаҡ әҙип- тәрҙең фронтта һәләк булыуы сәбәпле, әҙәбиәттең ярлыланып ҡалған йылдарҙа баҫылып сығыуы күп нәмәләр хаҡында һөйләй. Эҙләнеүсәнлек, юламанлыҡ рухы, йөкмәткеһе һәм образдарҙың эшләнеше менән дә «Юйылған эҙҙәр» повесы (1973) әлеге әҫәргә бик яҡын тора. Унда ла тыуған төбәктә булып уҙған ваҡиғаларҙы, тарихи факттарҙы төпсөүсе, айы- рым кешеләрҙең яҙмыштарын юл- лаусы ихлас эҙәрмәндәрҙең эшмә- кәрлектәре һүрәтләнә. Уның әҙәби ижадының фольклор менән тығыҙ бәйләнеше айырыуса «Фирүзә тауы», «Бабайым балтаһы», «Ко- мандарм бүләге» кеүек күп кенә хикәйәләрендә сағылыш таба. Уларҙың нигеҙендә лә борон йәки сағыштырмаса яңыраҡ осорҙа халыҡ күңелендә яралған хикмәтле хикәйәттәр, легендалар, ер-һыу атамаларына бәйле риүәйәттәр ята.

Яҙыусының драматургия өлкә- һендәге эшмәкәрлеге лә хикәйә, повесть, романдар яҙыу менән йәнәш барҙы. Шулай уҡ пьесала- ры ла халыҡтың үткәнен төпсөү, фольклорын һәм ауыҙ-тел ижадын йыйып өйрәнеү нәтижәһендә тыуа торҙо. Ул күренекле мәғрифәтсе шағир М.Аҡмулланың фажиғәле яҙмышын яҡтыртҡан «Өҙөлгән моң» (1966) драмаһын яҙҙы. Унда автор шағирҙың халыҡ менән тығыҙ бәйләнешен, үҙенең ижады аша ярлы-ябағаның моң-зарын, теләк- ынтылыштарын сағылдырыуын күрһәтеп бирҙе. Әҫәрҙең конфлик- ты ла иҙелгән халыҡ менән түрәләр, эксплуататорҙар араһындағы ҡаршылыҡҡа нигеҙләнә. Тағы ла К.Мәргәндең «Тауҙар илендә» (1968) драматик легендаһы һәм «Шомбай» (1975) комедияһы билдәле, улар ҙа халыҡ ижады мотивтарына ҡоролған. Тәүгеһе ХӘТЕР
Закрыть