Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 138.

137 2022 «Ватандаш» №7 Илшат ЯНБАЕВ Хеҙмәттә фольклор ҡомартҡыларын йыйыу-туплау методикаһына ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр ҙә урын алған. Автор халыҡ араһынан үҙ ҡулдары менән фольклор матери- алдарын йыйып өйрәнгән ғалимдар менән тик кабинетта ғына ултырып, башҡалар туплаған хазина буйынса ғына хеҙмәт яҙған тикшеренеүселәр араһында ҙур айырма булыуына баҫым яһай. «Фольклор матери- алын йыйыу һәм туплау эшендә практик рәүештә ҡатнашҡан һәм халыҡ ижадының тәбиғи яңғырашын, йәшәү формаһын үҙ күҙе менән күреп, үҙ ҡолағы менән ишетеп, үҙ ҡулы менән теркәп алған ғалимдар ғына дөрөҫ һәм ғилми яҡтан ҡиммәте булған күҙәтеүҙәр ҡалдыра алалар һәм, киреһенсә, халыҡ ижады байлығын йыйыу эшендә туранан-тура үҙе ҡатнашлыҡ итмәгән уҡымышлылар, юға- рыла әйтелгәнсә, кемдер әйтеп ҡалдырған положениеларға, әлеге шул әҙер схемаларға ҡул һуҙырға мәжбүр булалар», – тип яҙа ул [8, 12]. Ғалимдың мах- сус экспедициялар ойоштороу тәжрибәһе, мәғлүмәтселәр табыу һәм улар менән эшләү алымдары, йомаҡ, мәҡәл-әйтем кеүек афори- стик жанр өлгөләре йыйыуҙың үҙ нескәлектәре, әкиәт һөйләтеүҙең үҙ мәле барлығы хаҡындағы ҡиммәтле кәңәштәре тураһында Ф.Нәҙершина, Ә.Сөләймәнов, З.Шәрипова һымаҡ ғалимдар үҙ мәҡәләләрендә яҙып сыҡты [1, 61–65; 80; 100–101]. Халыҡ ижады менән һуғарылған әҙәби әҫәрҙәре «Ҡариҙел» повесы менән әҙип һуғыштан һуңғы йылдар башҡорт балалар әҙәбиәте тарихында үҙ исемен мәңгеләштерҙе. Ул бала- лар һәм үҫмерҙәр араһында бик популяр баҫмаға әүерелә, әҫәр- ҙең геройҙары миҫалында күп мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың йәйге ял ваҡытында тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәте киң йәйелдерелә. Был әҫәр ҙә юламан әҙиптең сәйәхәт һөҙөмтәләрендә тыуып, 1947 йыл- да яҙыла, 1972 йылда ҡайтанан эшкәртелеп, икенсе редакцияһы Мәскәүҙәге «Детская литература» нәшриәтендә баҫылып сыға. Шулай итеп, «Тайны Караидели» повесы бүтән милләт уҡыусыларына ла ба- рып етә. Уның һуңғы варианты 2006 йылда Рушан Кирәев тырышлығы менән баҫтырылды. «Урыҫса тек- сы яҙыусыны ҡәнәғәтләндермәй, шунлыҡтан алдағы йылдарҙа ла уның өҫтөндә эшләүен дауам итә», – ти әҙиптең улы [5, 4]. Йөкмәт- кеһе һәм авторҙың хикәйәләү манераһынан, әҫәр туҡымаһында ҡулланылған партизандар йыры, Блюхер тураһындағы бәйет, әкиәтсе Миңзифа, уның ағаһы Аҡбирҙе сәсән образдарының булыуы, улар тарафынан һөйләнелгән һәр төрлө риүәйәттәрҙән генә түгел, ә «Баит», «Ханский фарман», «Шежере», «Указ красного генерала», «Сами с усами», «Сабантуй» һымаҡ бүлек исемдәренән үк повестың фольк-
Закрыть