Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 137.

2022 «Ватандаш» №7 136 ул үҙ геройының революцияға тик- лемге йәтимлектә, көтөүсе булып үткәргән аслы-туҡлы тормошон, совет власы йылдарындағы бәхетле яҙмышын сағыштырма, контраст планда тасуир итә. К.Мәргәндең фәнгә ныҡлап аяҡ баҫыуы, моғайын, 1951–1954 йылдарға тура киләлер. Тап шул йылдарҙа ул Мәскәүҙәге КПСС Үҙәк комитеты янында эшләп килгән Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый, билдәле фольклор белгесе В.И.Чичеров етәкселегендә яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, Өфөгә ҡайта. 1960-сы йылдарҙа Кирәй Мәр- гәндең башҡорт халыҡ ижады бу- йынса яҙылған береһенән-береһе әһәмиәтле китаптары донъя күрә башлай. 3000 самаһы мәҡәлде үҙенең эсенә алған «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре» (Өфө, 1960) тупланмаһын баҫтырып сығара. «Башҡорт халҡының эпик ҡомарт- ҡылары» (Өфө, 1961) китабы төрки халыҡтарының фольклоры өлкәһендәге оло һәм мәртәбәле тикшеренеүҙәр емеше булып тора. Автор унда башҡорт халыҡ ижадын тәүге булып моногра- фик планда ентекле өйрәнә, ҡо- мартҡыларыбыҙ тажы – эпик ҡобайырҙарға ғилми анализ һәм тасуирлама бирә, уларҙың тарихи- географик тамырлы булыуын аса, милли ерлеген иҫбатлай. Тап шул хеҙмәте нигеҙендә ул 1963 йылда, ябай булмаған сәйәси-идеологик шарттарҙа, «Башҡортостан партия ойошмаһында агитация-пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында» (27.01.1945) кеүек мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт донъяһын ҡоршап алған дәһшәтле ҡарарҙарҙың шойҡаны әле көслө булыуына ҡарамай, филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын лайыҡлы яҡлай, Иҙел-Урал төбәгендә фольклор буйынса тәүге фән докторы һәм профессоры була.

Ғалимдың «Мәңгелек шишмә» (Өфө, 1978) исемле монографияһы ла экспедицияларҙа тупланған, институт фондында һаҡланған ҡиммәтле сығанаҡтар нигеҙендә яҙыла. Унда башлыса әлегә тик- лем иғтибарҙан ситтә ҡала килгән йола поэзияһының үҙенсәлектәре өйрәнелә, шулай уҡ көләмәстәргә байҡау яһала [7].

Ә.Н.Кирәевтың «Башҡорт халыҡ ижады. Уҡыу ҡулланмаһы» (Өфө, 1982) китабы ла – фоль- клористика өлкәһендәге күп йыл- лыҡ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе. Был дәреслек республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары студенттары өсөн махсус тәғәйенләп сығарылған. Унда башҡорт халыҡ ижадының боронғо формалары һәм традицион жанрҙарына, шул иҫәптән, йола фольклоры, әкиәт эпосы, геро- ик эпос, йыр мираҫы, афористик ижад төрҙәре һымаҡ нығынған жанр һәм төрҙәргә байҡау яһала; башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм өйрәнеү тарихы – фолькло- ристика фәненең үҫеш этаптары тураһында, фольклорҙың совет осоро тыуҙырған яңы формалары хаҡында күҙәтеүҙәр бирелә [8]. ХӘТЕР
Закрыть