Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 136.

135 2022 «Ватандаш» №7 Илшат ЯНБАЕВ рендә лә Ниғмәт Бикмәтовтың ҡыйыулығында шундай уҡ хәрби бурысты үтәүҙәге оло фиҙакәрлек, тәрән йөкмәткеле юғары идеалдар кәүҙәләнеш тапты. Тыуған ергә, изге төйәккә тәрән һөйөү менән һуғарылған «Баймаҡ ҡурайы», «Ҡымыҙлы фляга», «Ҡурайсының үлеме» әҫәрҙәре лә яугирҙарҙың эш-ҡылыҡтарының ентекле һүрәт- ләнеше, ҡабатланмаҫ, күркәм мил- ли характерҙарҙың үҙенсәлекле һынланышы менән арбай. Дошман- дар менән бәрелештә еҙ ҡурайын да ҡорал итә белгән элекке Си- бай руднигы машинисы Шәриф Әхмәтшин, йылҡы һөтөнән яра- лылар өсөн ҡымыҙ яһаусы Хәким Сыртланов, фашист ҡулына эләгеп тә рух ныҡлығын һаҡлай алған, иленә һәм халҡына тоғро ҡалған Мәхмүт Сабирйәновтар юғары ҡаһарманлыҡ символына әүерелә.

Эҙәрмән ғалим 1950–1960 йылдарҙа Кирәй Мәргән СССР Фәндәр академия- һының Башҡортостан филиалы Та- рих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, фольклор экс- педициялары етәксеһе сифатын- да Башҡортостанда ғына түгел, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Сверд- ловск, Пермь, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендәге башҡорт ауылдарын йөрөп сыға. С.Галин, М.Сәғитов, Ф.Нәҙершина, Н.Шоңҡаровтар ҡатнашлығында йыйылған фоль- клор ынйылары 1970–1980 йыл- дарҙа баҫылған ун һигеҙ томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» том- дарында балҡыясаҡ. Ғалим рухи мираҫыбыҙ өлгөләрен бөртөкләп йыйып ҡына ҡалмай, ана шул ҡаҙаныштарҙы тотош илебеҙ һәм донъя күләмендә таратыуға көс һалды. Мәҫәлән, уның антрополо- гия һәм этнография буйынса VII (1964), VIII (Токио, 1968) халыҡ- ара конгрестарҙа башҡорт халыҡ ижады тураһында докладтар менән сығыш яһап ҡайтыуы билдәле [1, 77].

Эҙәрмән ғалимдың республи- кабыҙҙан ситтә йәшәгән милләт- тәштәребеҙ араһында һаҡланып ҡалған байтаҡ ҡомартҡыларҙы яҙып алыуы халҡыбыҙҙың йо- лаларын, тарихын тулыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте, ғөмүмән, фольклорҙың халыҡ араһында тыуыу һәм йәшәү рәүеше тураһында төплө ғилми күҙәтеүҙәр яһарға оло майҙансыҡ булды. Был йәһәттән «Ялан ҡатай башҡорттары араһында», «Туҡсоран дәфтәре», «Ырғыҙ дәфтәре», «Һаҡмар буйҙарында», «Арғаяш дәфтәренән», «Урта Урал дәфтәре», «Тайфундар илендә» сәйәхәтнамәләре – ҡиммәтле сығанаҡтар. Оҙайлы юл йөрөүҙәр К.Мәр- гәндең әҙәби эшмәкәрлегенә лә ныҡ йоғонто яһай, ул тапҡан матери- алдарҙың бер өлөшө сәйәхәтнамә, очерк, хикәйә йәки повестарҙың туҡымаһына йәтеш үрелеп китә. Был тәжрибәләргә 1930-сы йылдарҙа уҡ эйә була ул. Мәҫәлән, «Иҫән Әхмәтов» (1937) тигән очергында
Закрыть