Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 135.

2022 «Ватандаш» №7 134 Халҡыбыҙ ҡаһарман- лығы йылъяҙмасыһы Ә.Н.Кирәев һуғыш башланған 1941 йылда коммунистар партияһы сафына алына, тап шул йылда ул бөтөн илгә билдәле, ҙур тираж менән таралған «Комсомольская правда» гәзитенең Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй. Бик күп кешеләр менән осрашыуҙар, мәғлүмәт туплау, ваҡиғалар эсендә ҡайнау, күсмә редакция менән төрлө урындарға йөрөү Кирәй Мәргәндең ижад ҡанаттарын киңерәк йәйергә булышлыҡ итә. 1942 йылдың кө- ҙөндә иһә ул Ҡыҙыл армияның Баш сәйәси идаралығы ярҙамы менән Башҡорт атлы дивизияһына барып юлыға, 1943 йылдың июленә саҡлы шунда хәрби хәбәрсе вазифаһын үтәй.

Һуғыш йылдарында Кирәй Мәр- гәндең байтаҡ хикәйәләре, очер- ктары, пьесалары, һуғыш фоль- клоры материалдарынан тупланған китаптары донъя күрә. Уларҙы беҙ һис икеләнеүһеҙ халҡыбыҙ ҡаһарманлығының йылъяҙмаһы тип атай алабыҙ. Йәш яҙыусы һуғышҡа тиклем үк бәләкәй күләмле өйрәнсек пьесалар яҙғылаған була, шулай ҙа драматург булараҡ уның исемен «Минең ғаиләм» (1942), «Яу» (1943) пьесалары таныта. «Яу» пьесаһы буйынса эшләнгән спек- такль Башҡорт дәүләт академия драма театрының Башҡортостандың 25 йыллығына (1944) арналған премьера әҫәре булараҡ тамаша- сылар иғтибарына тәҡдим ителә, репертуарҙа ныҡлы урын биләй [1, 241]. «Башҡорттар» (1943), «Егеттәр» (1944), «Һуғыш фоль- клоры» (1944) йыйынтыҡтарына хикәйәләр, очерктар, йырҙар, ле- гендалар, мәҡәл-әйтемдәр һәм төр- лө көләмәстәр тупланған.

Кирәй Мәргән башҡорт атлы- ларының әлегә күрелмәгән сая- лыҡтарының, көндәлек батыр- лыҡтарының тере шаһиты була. Батыр яҡташтарыбыҙҙың күбеһе уның хикәйә һәм очерктарының геройҙарына әүерелә. Ҡаты бә- релештәрҙең ҡайнар эҙенән очерктар серияһы хасил була. Әҙиптең күпселек очерктары хикәйә һымаҡ ҡабул ителә. Про- фессор Т.Ә.Килмөхәмәтовтың «Кирәй Мәргәндең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы очерктары – публицистиканың юғары өлгөләре ул», [1, 47] тигән һүҙҙәре менән килешмәү һис мөмкин түгел. Ысын- лап та, яҙыусының очерктарында «бөтә башҡорт халҡының патри- отик тойғоһо сағыла һымаҡ» [3, 369]. Әҫәрҙәренең идея йөкмәткеһе, актуаллеге, авторҙың әүҙем граж- данлыҡ позицияһы ошо хаҡта асыҡ һөйләп тора. Яҙыусының «Утыҙ батыр ҡалҡыулығы» очер- гы йөрәктәрендә илһөйәрлек һәм тыуған илгә тәрән мөхәббәт тойғоһо йөрөткән совет яугирҙарының об- разын һынландыра. Стратегик әһәмиәткә эйә булған ҡалҡыулыҡты һаҡлап, өс йөҙ фашистҡа ҡаршы һуғышҡан утыҙ атлы батырҙың береһе лә тере ҡалмай, улар леген- дар панфиловсылар батырлығын ҡабатлай. «Артиллерист» әҫә- ХӘТЕР
Закрыть