Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 134.

133 2022 «Ватандаш» №7 Илшат ЯНБАЕВ Ижадҡа һәм ғилемгә юл Заман һулышын һиҙгер тойған Нурмөхәмәт сәсән улын Пермь өлкәһенә ҡараған Есаул тигән урыҫ ауылы мәктәбенә бирә, шуға ла Әхнәф рус телен бәләкәйҙән яҡшы үҙләштерә. Аҙаҡ Ҡыйғаҙытамаҡ урта мәктәбендә уҡый башлай, ра- йон гәзитендә ауыл яңылыҡтарынан ғибәрәт төрлө хәбәрҙәр, йәшлек ру- хы менән һуғарылған шиғырҙарын баҫтырырға тотона. Урта мәктәпте тамамлағас, Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында бер йыл балалар уҡыта. Шул мәлдә уны яңы ғына Асҡында ойошторолған «Колхоз- сы» гәзитенә эшкә саҡыралар. Был баҫмала журналистика нигеҙҙәрен үҙләштерә, үҙәк матбуғатта сығып килгән репортаж, очерк, хәбәрнамә кеүек жанрҙарҙың үҙенсәлектәрен айырырға, үҙ ғәмәлендә тәғәйен ҡулланырға өйрәнә, ҡәләмен шы- марта. Йәш егеттең күңеле бейегерәк үрҙәр, киңерәк даирәләр талап иткәндер, күрәһең. 1932 йылда Өфөлә моторҙар эшләү заводына нигеҙ һалына башланғанда, эшсе көстәр күпләп талап ителгән саҡта, комсомол йәштәргә бүленгән пу- тевка менән тәүге «меңселәр» рәтенә 20 йәшлек Әхнәф Кирәев та ҡушылып китә. Ул ташсы һөнәрен үҙләштерә, бригадир вазифаһы- на үрләтелә, башкөллө йәмәғәт эштәренә сума. Башҡорт, татар эшселәренә махсус тәғәйен «Удар төҙөлөш» гәзитенә башлыса хеҙмәт алдынғылары тураһында, яңы соци- алистик төҙөлөш рухын, эшселәр си- ныфын тулыландырған кисәге ауыл крәҫтиәненең хәләтен сағылдырған мәҡәләләр яҙа, шиғырҙарын баҫ- тыра. Әлеге төҙөлөштән киткәс, махсус белеме булмаһа ла, ул «Ле- нинсе», «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы редакцияла- рында уңышлы эшләй, республика кимәлендә үҙен танытып өлгөрә. К.Мәргәндең халыҡ ижады әҫәр- ҙәрен йыйырға керешеүе шулай уҡ үткән быуаттың 30-сы йылдарына тура килә. Шул ваҡыттарҙа уҡ йәш эҙәрмән фольклор өлгөләрен йыя- йыя Бөрйән, Әбйәлил яҡтарын- дағы ауылдарҙы ҡыҙыра, байтаҡ иртәкселәр, ҡобайырсы сәсәндәр менән күрешә, уларҙың башҡарыу оҫталығы менән таныша. Ул «Ал- памыша менән Барсынһылыу» ҡобайырының бер вариантын, йыр һәм таҡмаҡтар яҙып ала. 1959 йылда Ҡурған өлкәһенә сәйәхәт ваҡытында «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Тарғын батыр» ҡобайырҙарын теркәй, 1960 йылғы экспедиция мәлендә Ырымбур өлкәһендә тағы ла «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Ҡу- ңыр буға» өлгөләре өҫтәлә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан уның өс хикәйәләр йыйынтығы до- нъя күрә: «Бүләк» (1938, К.Рәшит менән берлектә әҙерләнгән), «Эҙләнеү» (1939), «Ҡабалан кеше» (1940) китаптары. Шулай итеп, Әхнәф Кирәев 1930-сы йылдарҙа уҡ журналист, фольклорсы һәм әҙип булараҡ формалаша башлай.
Закрыть