Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 133.

2022 «Ватандаш» №7 132 Ырыҫлы һәм данлы нәҫелдән Әхнәф Кирәев 1912 йылдың 11 июлендә хәҙерге Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Нурмө- хәмәт бин Шаһиарыҫлан бин Мө- хәмәтзариф әл-Йомрани (1882– 1934) исеме аҫтында киң билдәле сәсән ғаиләһендә баш бала бу- лып донъяға килә. «Әммә уның балалыҡ һәм үҫмер йылдары хәҙерге Пермь өлкәһе Щучье Озе- ро районы Йомран ауылында һәм Башҡортостандың Асҡын районы Баҙансат ауылында уҙа» [3, 366]. Хәлфәлек менән шөғөлләнгән атаһы ғаиләһе менән башта Куш- наренко яҡтарына, унан хәҙерге Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылына килеп, ныҡлы төпләнеп, ғүмеренең аҙағынаса шунда уҡы- тыусылыҡ иткән. Атаһының Йом- рани нисбәһе, үҙенең киләсәктә Кирәй Мәргән исеменең есеменә ялғанышы уларҙың нәҫел тарихы һәм шәжәрәһе менән туранан-ту- ра бәйле. Күренекле фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәнов яҙыуынса, Пермь губернаһының Төй (йәки Турай) волосы Йомран ауылында (хәҙер Пермь өлкәһенең Октябрь районы) заманында тирә-яҡта дан тотҡан Кирәй атлы кеше йәшәгән. «Батырлығы, мәргәнлеге уға Мәр- гән тигән ҡушамат тағылыуға сәбәп булған. Унан таралған нәҫел- нәсәпте тора-бара Кирәй ырыуы тип атағандар. Ваҡыт уҙа килә, шул ырыуҙың бер сатағын Йомрандар тип йөрөтә башлағандар» [1, 72]. Нурмөхәмәт Йомраниҙың сығышы тап ошо ырыу менән бәйле. Асылда асҡындар ҙа, мишкәләр ҙә Кирәй Мәргәнде үҙҙәренеке тип иҫәпләй. Ҡыйғаҙытамаҡ иһә – мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың яҡын ҡәрҙәше тейеш Гөлрухтың, йәғни Әхнәфтең әсәһенең, тыуған ауылы булып сыға. Буласаҡ оло ғалим һәм яҙыусының ижад шишмәләренең башы, шулай итеп, шундай бай һәм ырыҫлы сығанаҡтарға барып тоташа.

Тап ошондай рухи маяҡтарҙың береһе булған Шаһиарыҫлан ҡар- татаһының да кескәй Әхнәфкә яһаған йоғонтоһо ҙур булған. Унан ишеткән айырым ырыу менән бәйле тарихи ваҡиғалар, нәҫел-нәсәп өсөн үрнәк булыр аҫыл заттар, уларҙың ҡылған эштәре хаҡында мәғлүмәттәр, моғайын, малайҙың күңелендә тыуған ил, илһөйәрлек төшөнсәләрен формалаштырыуға, үҙ халҡыңдың үткәне менән ғорур- ланыу тойғоларын булдырыуға булышлыҡ иткәндер. Мәҫәлән, ҡартатаһы малайҙан үҙҙәренең шәжәрәһен хатта яттан белеүен та- лап иткән. Был хаҡта буласаҡ яҙыу- сы үҙенең хәтирәләрендә, «Үҙем тураһында» кеүек автобиографик яҙмаларында әйтеп киткеләй. Яҡын кешеһен бик ҙурлап, йылы һүҙҙәр менән телгә алып, «мин үҙебеҙҙең нәҫел-ырыуға бик ихтирам менән ҡарарға өйрәндем», – тип яҙа ул [6, 11–12].

ХӘТЕР
Закрыть