Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 131.

2022 «Ватандаш» №7 130 «Ҡаһым түрә Андрей Волкон- ский менән Петербургта бергә уҡыған. Ул ваҡытта Рәсәйҙең көньяғын 20 башҡорт полкы һаҡлай. Аҙаҡ Наполеон һуғышы- на тағы 20 башҡорт полкы бара, бөтәһе 40 полк. Кутузов Ҡаһым түрә аша бәйләнеш тота.

Смотрҙар үткәргән саҡта Кутузов башҡорт полктарына: «Хорошо воюете, любезные вы мои. Молодцы!» – тип әйткән. Шунан бит инде «Любезники- любизар» тигән башҡорт йыры сыҡҡан.

Беҙ һуғышҡа кергән саҡта Бәхилләштек барыбыҙ.

Беҙ һуғыштан сыҡҡан саҡта, Алдан сыҡты даныбыҙ. Любезники-любизар, Маладис-маладис.

Һуғыш ваҡытында башҡорт- тарҙың бейәләре ҡолонлағас, Елисей яланында ҡымыҙ эшләп яталар. Француздар быны күрә лә, һөттән ҡымыҙ эшләп була икән, тип уйлап, һыйыр һөтөнән ҡымыҙ эшләп ҡарай, тик булмай, һыйыр һөтөнән ҡымыҙ сыҡмай бит.

Башҡорт һалдаттары һуғыштан ҡайтҡан саҡта үҙҙәренең ҡатындарына, инә- ләренә гел француз яулығы алып ҡайтҡан була. Шулай беҙҙә француз яулыҡ таралған».

Шулай итеп, тарихи риүәйәт- тәребеҙ ҡиммәтле мәғлүмәттәр һаҡлай. Ул риүәйәттәрҙе француз яуынан ҡайтҡан башҡорт яугир- ҙарының ҡасандыр фәҡәт үҙҙәре тарафынан һөйләп ҡалдырыуы иғтибарға лайыҡ. Ике быуат аша бөгөнгө көнгәсә килеп етеүе генә лә халыҡтың үткәненә битараф булма- уы хаҡында һөйләй.

Шуға ла тарих менән фольклор сығанаҡтарын берлектә өйрәнеү отошло. Сөнки архив документтары булмаған, юғалған хәлдә лә, халыҡ хәтерендә милләтебеҙҙең тарихын байытырҙай, әлегәсә ҡағыҙға ла теркәлмәгән, асылмаған серҙәр күп әле. Әҙәбиәт 1. Авторҙың шәхси архивынан.

2. Башҡорт халыҡ ижады: Легенда, риүәйәттәр / Төҙ., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авторы Ф.А.Нәҙершина. − Өфө: Китап, 1997. − 440 б.

3. Журналист из Германии доказал: башкирские воины пили с Гёте чай. Джигиты подарили классику лук и стрелы // КР.RU. 2 апр. 2008 г.

4. Населенные пункты Башкорт- остана. Ч.III. Башреспублика. 1926. − Уфа: Китап, 2002. – 400 с.

5. Полный список населенных мест Уфимской губернии. − Уфа: Типогра фия Губернского правления, 1896. − 545 с.

6. Рахимов Р.Н. Стрела башкирско- го воина. Военная история башкир: энциклопедия / Гл.ред. А.З.Асфанди- яров. − Уфа: Башкирская энцикло- педия, 2013. − 432 с.

7. Усманов Ә. 1812 йылғы Ватан һу- ғышында башҡорт атлылары. − Өфө: Башгосиздат, 1940. − 40 б.

8. Хакимов В.С. Кантонные чиновники северо-востока Башкортостана // Ва- тандаш. – 2021. − №12.

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ
Закрыть