Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 130.

129 2022 «Ватандаш» №7 Фәнирә ҒАЙСИНА ды, Ишкилде, йә Ишмулла булы- уы мөмкин, ҡыҫҡартып Ишмәй, Ишмән тип әйткәндәрҙер, тигән фараз ҡылырға урын бар.

Үткән быуат башында Ишмән ауы лы булған әле. 1896 йылда Өфөлә сыҡҡан «Полный список населенных мест Уфимской губер- нии» тигән китапта Ибрай, Лағыр, Ишмән ауылдары Тырнаҡлы улы- сына ҡарағаны күрһәтелгән. Сөнки был ауылдар Әйле ҡәбиләһенең Тырнаҡлы ырыуына ҡарай. Ул ваҡытта Ишмәндә 17 хужалыҡта 96 ир һәм 92 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән [5, 525-се б.].

Халыҡ иҫәбен алыу яҙмалары буйынса, 1920 йылда – 27, ә 1925 йылда 21 хужалыҡтан торған, Ибрай улысына ҡараған [4, 113- сө б.]. 1939 йылда халыҡ иҫәбен алғанда Ишмән ауылы теркәлмәгән, тимәк, 1925–1935 йылдарҙан һуң ауыл таралып бөткән. Ишмән ауы- лы бөгөнгө көндә картала юҡ, халҡы Ибрай, Әй, Ҡәҙерауыл ауылдарына күсеп ултырғанлығы билдәле. 1920 йылда Ибрай ауылында Ишмәнов фамилияһын йөрөткән бер ғаилә теркәлгән.

«Любизар» хәрби-тарихи клу- бы етәксеһе Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов беҙгә ошоларҙы әйтте: «2013 йылда Лейпциг янындағы «Битва народов» яуының 200 йыллығына барған инек. Шун- да беҙ Германияның Шварца ҡалаһында ла булдыҡ. Унда немецтар шундай риүәйәт һаҡланыуы хаҡында һөйләне. «Париждан ҡайтып килгән башҡорт атлылары Шварца ҡалаһында туҡталғас, уларҙың өҫ кейемдәренә ҡарап, ҡыҙыҡ- һынып, халыҡ һырып ала. Ағас уҡтарының көсөнә шикләнеп, атып күрһәтеүҙәрен һорайҙар. Ҡайҙа атайыҡ тигәс, cиркәү башын күрһәтәләр. – Юҡ, ул бит Аллаһ йорто, ярамай! – тиҙәр башҡорттар.

Шунан ҡала бургомистры: – Кем атып тейҙерә, шуға ҡыҙымды бирәм, минең кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарым бар, – ти.

Өйләнмәгән йәшерәк егеттәр ата башлайҙар. Берәүһе шпил- дәге алмаға тейҙерә. Шул бурго- мистрҙың ҡыҙына өйләнеп ҡай- тып китә», – тип ҡыҙыҡлы хикә- йәт менән уртаҡлашты.

Әлбиттә, хәҙер был тарихтың ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен асыҡлау мөмкин түгел. Шулай уҡ һуғыштан ҡайтып барғанда уҡ атыусылар араһында төрлө полк башҡорттары ла булыуы ихтимал. Һәр хәлдә, тарихи ысынбарлыҡты күҙаллар өсөн хәҙер табылған бар- лыҡ мәғлүмәттәр ҙә мөһим.

Француз яуы тураһында риүәйәттәр әле лә осрай Беҙҙең тарафтан яҙып алынған һуңғы риүәйәт эстәлеге буйынса барыһына ла билдәле. Шулай ҙа, башҡорттарҙың Наполеон яуында һуғышыуы хаҡында халыҡ араһында әле лә һөйләүселәр барлығын иҫбат итә ул. 2018 йылда Мәсетле ауы- лынан Ғәбиҙулла Ризаетдин улы Ғималовтан (1941 йылғы) тү- бәндәге юлдарҙы яҙып алдыҡ:
Закрыть