Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 129.

2022 «Ватандаш» №7 128 Дыуан районына инә. Ул Торналы ауылы ҡаршыһында, Ҡәҙерауыл менән Әй ауылдары араһында урын- лашҡан булған. Ҡәҙерауыл янында Ишмән тигән тау атамаһы әлегәсә һаҡланған. Мирхәйҙәров Рифат ағай ошо тарихты һөйләгәндән һуң, атайым- дан был хаҡта ишеткәне булғанмы- юҡмы тип һораштым. Ул да белгән икән. Салауат районы Мөсәт ауы- лынан Фәсхетдин Шәмсетдин улы Ғайсин (1934 йылғы) ошоларҙы һөйләне: «Наполеон һуғышынан ҡай- тып килгәндә, башҡорттар немец шағиры Гёте менән осра- шырға туҡтай. Ҡаһым түрә уның менән бик матур итеп немец телендә һөйләшә. Беҙҙең бында булғанды хәтерләтһен өсөн һиңә нимә бүләккә ҡалдырайыҡ, тип һорай шағирҙан. Иҫтәлеккә уҡ ҡалдырырға булалар. Ҡаһым түрә Ишмәйгә сиркәүҙең көмбәҙенә уҡ атырға ҡуша. «Ишмәй, ат!» – ти. Ишмәй ата, уғы тейә. Уның ысын исеме Ишмән, ул Айскиҙан арыраҡ бәләкәй генә Ишмән ауылынан булған. Аҙаҡ ауылға Ишмән тип уның исемен ҡушҡандар.

Шул ҡайтып килгәндәрендә Ҡаһым түрәне батша ғәскәренең урыҫ полковниктары ағыулап үлтерә. Сөнки ул бик ғилемле, бер нисә тел белгән кеше була. Ул мосолмандарҙың батшаһы булып китер, тип ҡурҡалар.

Улар ҙур бер урыҫ ауылын- да ял итергә туҡтаған була. Шунда бер бай ҡыҙы, атаһынан ҡасып, Ҡаһым түрәнең ағаһына кейәүгә сыға. Ағаһы төҫкә бик матур, мыҡты кәүҙәле булған. Ул һуғышҡа улы менән киткән була. Ҡаһым түрәнең атаһы улын үлтерәсәктәрен алдан өйөндә белеп ултырған. «Мин бел- дем уны үлтерәсәктәрен», – тип әйткән Ҡаһым түрәнең ҡустыһына» [1].

Был риүәйәттәрҙә Ҡаһым тү- рәнең һуғышта ағаһы һәм уның улы менән бергә булыуы хаҡында бәйән ителә. Ағаһының рус ҡыҙына өйләнеүе, уның ҡиәфәте һүрәтләнә, шулай уҡ Ҡаһым түрәнең ҡустыһы ла булыуы, атаһының әүлиәлеге тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыҡланды. Был хаҡта Ҡаһым түрәһенең яҡташтары, тарихсылар яҡшыраҡ хәбәрҙарҙыр. Билдәле булыуынса, Ҡаһым түрә 1813 йылда Дрезден янындағы һуғышта яраланып вафат булған. Германияла йәшәүсе башҡорт жур- налисы Нусур Йөрөшбаев тапҡан материал буйынса, Иоганн Гёте үҙенең дуҫы Генрих фон Требраға яҙған ике битлек хатында 1814 йылдың ғинуар айында Веймар ҡалаһында башҡорттар менән осра- шыуы һәм уға уҡ менән һаҙаҡ бүләк итеүҙәре хаҡында яҙған [3]. Уларҙы 11-cе башҡорт атлы полкы коман- диры, Дыуан-Мәсетле улысынан Усман Ғүмәров исемле кеше бүләк иткәнлеге мәғлүм [8, 105-cе б.].

Юғарылағы ике риүәйәттән күренеүенсә, сиркәүҙең көмбәҙе башына (шпиленә) уҡты Ишмән ауылынан Ишмән тигән башҡорт егете атҡан. Хәҙерге көндә Ишмән тигән исем осрамай, бәлки, уның тулы исеме Ишмөхәмәт, Ишбул- ХАЛЫҠ ИЖАДЫ
Закрыть