Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 128.

127 2022 «Ватандаш» №7 Сиркәү көмбәҙенә уҡты кем атҡан?

1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында башҡорт фольклорсы- ларынан тәүгеләрҙән булып 1940 йылда Ә.Усманов «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлы- лары» тигән китап сығарған [7]. Һуңғы йылдарҙа Наполеон һуғы- шына бәйле материалдар матбуғат биттәрендә, интернет селтәрендә тарихсыларыбыҙ тарафынан һирәк булһа ла яҡтыртыла килә [3, 6, 8].

Хәҙерге заманда ошо темаға ҡағылышлы риүәйәт-легендаларҙа бирелгән ваҡиғаларҙағы тарихи дөрөҫлөктө иҫбат итеүе лә ауыр. Әгәр архивтарҙа материалдар һаҡланып, документтар менән сағыштырып ҡарау мөмкинлеге булмаһа ғына инде. Мәҫәлән, 1946 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылдында Ш.Насиров та- рафынан яҙып алынған вариантта Әптрәхмән батыр Аҡъегетов фран- цуз яуында вафат булып ҡалған тиелгән. «Башҡорт халыҡ ижады» фәнни баҫмаһының 1997 йылда сыҡҡан томында бирелгән верси- яла иһә уның һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, ҙур түрә булып эшләүе тасуирлана [2, 243–244-се бб.].

1812–1814 йылдарҙағы На- полеон һуғышы тураһында риүә- йәттәрҙе беҙгә лә яҙып алырға тура килде. Тарихтан билдәле булыуын- са, 1814 йылдың 14 апрелендә башҡорттар (тарихсы Р.Н.Рәхимов фекеренсә, 9-сы полк булыуы ихтимал) Германия аша үткәндә Шварца ауылында (хәҙер ҡала) принц Карл Гюнтер менән осраша. Принц уҡтың хәрби сифатын- да шикләнгәс, яугирҙар менән уның араһында бәхәс сыға. Шуға ла башҡорттар Изге Лауренций сиркәүенең көмбәҙенә уҡ атып ҡалдыра [6]. Әммә бығаса уҡты кем атҡанлығы билдәһеҙ ине. Быға экс- педициялар барышында беҙҙең та- рафтан яҙып алынған риүәйәттәрҙә бер ни тиклем асыҡлыҡ ингәндәй.

2018 йылда Салауат районының Башҡорт Илсекәйе (Башташ) ауы- лынан Рифат Мәүлит улы Мирхәй- ҙәров (1959 йылғы) түбәндәгеләрҙе бәйән итте: «Башҡорттар һу- ғыштан ҡайтҡанда Шварца ҡалаһы сиркәүенә 7-cе полк яу- гирҙары уҡ атып ҡалдырған. Ул полкта Тырнаҡлы һәм Түбәләҫ ырыуы егеттәре була. Шун- да 4 һалдат ата, берәүһенеке генә тейә. Кейәүем Ишмәнов Рафиҡ һөйләй ине: «Минең ола- тай шул уҡты атҡан», – тип. Ибрай ауы лында кейәүҙең ағаһы Арыҫлан ҡоҙа шәжәрә төҙөгән. Ул уның исемен белә. Ибрай, Ла- ғыр ауылдары янында Ишмән атамалы ауыл булған. Улар аҙаҡ Ибрайға күсеп бөтә. Уҡ атҡан егет шул Ишмән ауылынан, ти. Ишмәневтәр нәҫеле беҙҙең ауылда ла бар. Ғайсар мәзиндең ҡатыны Ибрай яғынан. Ана шул Ишмәневтәрҙең нәҫеле була инде Ғайсаровтар, Закировтар» [1].

Был риүәйәттә килтерелгән Ибрай ауылы Ҡыйғы районына ҡарай, ә Лағыр – Салауат райо- нында. Ишмән ауылы урыны элек Ҡыйғы районына ҡараған, хәҙер Фәнирә ҒАЙСИНА
Закрыть