Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 127.

2022 «Ватандаш» №7 126 ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ФОЛЬКЛОР Фәнирә ҒАЙСИНА, филология фәндәре кандидаты РИҮӘЙӘТТӘРҘӘ 1812 ЙЫЛҒЫ ВАТАН ҺУҒЫШЫ ХАҠЫНДА ЯҢЫ МӘҒЛҮМӘТТӘР Халыҡ араһында ла, фольклор китаптарында ла 1812–1814 йылдарҙағы француз яуына бәйле легенда-риүәйәттәрҙе күп тип әйтеп булмай. «Башҡорт халыҡ ижады» тупланмаһының 1997 йылда донъя күргән 2-cе томында был темаға бәйле ни бары алты риүәйәт кенә баҫылған: «Икенсе әрме», «Ҡаһым түрә», «Ҡаһым түрә» (вариант), «Абдрахман Аҡйегет», «Йәнһары батыр», «Йәнтүрә хикәйәһе» [2, 236–246-cы бб.]. Уларҙы М.Буранғолов, Ф.Рәхимғолова, Ә.Усманов, Ғ.Хөсәйеновтар яҙып алған.

Йылдар үткән һайын Наполеон һуғышы тураһында ғына түгел, ғөмүмән, башҡа һуғыштар тураһында ла (мәҫәлән, 1773– 1775 йылдарҙағы ихтилал, Беренсе донъя һуғышы һ.б.) тарихи риүәйәттәр һирәгерәк осрай бара. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге ойошторған экспедициялар һөҙөмтәләре лә ошо хаҡта һөйләй.
Закрыть