Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 125.

2022 «Ватандаш» №7 124 бигерәк ижтимағи зат икәнлеген аңлауҙан алыҫ тора, бөтә нәмәнең дә сәбәптәрен бары уның үҙенән күрә, күңел донъяһынан ғына эҙләй. Уға һәр кем күңелен сафлаһа, әхлағын камиллаштырһа, тормошта төрлө әшәкелектәргә, йәбер-золомдарға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаҫ, фәҡәт ғәҙеллек һәм гүзәллек тантана итер кеүек тойола. Шуға ла ул былар хаҡында уйланмаған, нәфсеһен йүгәнләмәгән ҡомһоҙ, һаран кеше- ләрҙе, байлыҡ һәм дан-шөһрәт артынан ҡыуыусыларҙы тәнҡит утына тота [8]. Үҙенең «Ҡаныҡы ҡайғы уар һуңында фәрәх яр улмая» («Оло ҡайғы бар һуңында шатлыҡ иптәш (ярҙамсы) булмайҙыр») тигән шиғырында уларҙы «сәргин (тиреҫ) еменән» тартынмаған «ала ҡарға енесе» менән сағыштыра, «яһил» тип атай, ҡылған эштәрен халыҡ та, Алла ла ғәфү итмәй торған күренештәр тип иҫәпләй.

Ш.Зәкиҙең тормоштан бөтөнләй үк айырылып китмәүе, үҙенең дини- этик өйрәтмәләренә ҡапма-ҡаршы булған һүҙҙәр һөйләп ҡуйыуы «Һүҙҙе сәтр илә (тыйнаҡлыҡ ме- нән) һөйлә», «Берәй шекәстәьи нәфес» («Бер боҙоҡ йәнгә») кеүек әҫәрҙәрендә бигерәк тә асыҡ кү- ренә. Уларҙа автор кешеләрҙе үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, үҙ мәнфәғәттәрен генә күҙәтеп йә- шәүсе «нәфсе ҡоло» булмаҫҡа, боҙоҡлоҡтар менән «күңел көҙгө- һөн» тоноҡландырмаҫҡа, яман холоҡтар менән «халиҡ (барлыҡҡа килтереүсене) вә халыҡты» инҡар итеп ҡыйырһытмаҫҡа, бер-береһе- нә яуызлыҡ ҡылмаҫҡа, ә киреһенсә, һәр саҡ иғтибарлылыҡ һәм итәғәт- лелек күрһәтеп, ярҙам итешеп, ҡыҫ- ҡаһы, «бағы ҡапусыны» – «күңел ҡапҡаһын» асыҡ ҡуйып йәшәргә саҡыра. Ғәрем бигрәк һиңә, эй, зәшт талиғ, Вежүдең гәр булһа әғъярә әзрар.

Һин ул дәм дәүләткә лайыҡ булырһың, Кә барлығыңда нәфәг күрһә әғъяр, Йығылмыштарға ҡылмаһаң әганәт, Йығылдыҡда һиңә һәм юҡ мәрд кар...

Күңел рәнйетмәгел залим илә һәр гиз, Хаҡың бүлмә, һеҙ, эй, ҡәһәр ҡәһһар!

Ни ҡылһа, уны күрер әҙәм улы, Ни икһә, уны урыр ахры кар* [6, 36-сы б.], – тип замандашына асыҡ итеп, тура ярып өндәшә ул «Һүҙҙе сәтр илә һөйлә» тигән мәктүбендә. Ошо уҡ жанр формаһында яҙылған «Бер боҙоҡ йәнгә» әҫәрендә инде ул «кү- ңел көҙгөһө аҙғынлыҡ... тутынан» тонған, «наҙанлыҡ, вайымһыҙлыҡ бысрағына» сумған, әммә үҙен әллә кем күреп, халыҡты һанға һуҡмай йөрөгән кешеләрҙән, «ба- * Ғәрем – асыуым; зәшт талиғ – насар яҙмыш; вежүдең гәр булһа әғъярә әзрар – йәшәүең әгәр булһа башҡаларға зыян; ул дәм – ул саҡ; нәфәг күрһә әғъяр – файҙа күрһә башҡалар; әганәт – ярҙам; мәрд кар – эшсән ир, ярҙам итеүсе; гиз – ваҡыт, саҡ; ҡәһәр ҡәһһар – иҙеүсе яуыз.

ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ
Закрыть