Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 124.

123 2022 «Ватандаш» №7 Ғиниәтулла ҠУНАФИН (ҡағыҙға) язмаҡ кәрәктер», «Бән ошал ҡаҙебләрә инанмаҫмын» («Мин ошо алдандырғыс нәмәләргә инанмаҫмын»), «Игре (ҡыйыш) юллары ҡуйыбән, туғры юлдан барасы», «Йә илаһи, бән зәғифең» һәм башҡа мәрҫиә-элегияларында, мөнәжәттәрендә, дидактик шиғыр- монологтарында һәм хитаптарын- да был бик тә «мәкерле» фани донъя «Нисәмә сәркәшләрнең (буйһонмаусыларҙың) муйынын борҙо, Бер аҙ көн бәҫләне (йәм, тәм бирҙе), һуңынан йат орҙо (ситкә ташланы)», һис кенә лә «зиһи ху- ириз ирер бу гәрдүнә (бик тә ҡан ҡойоусы яһмыш көпшәгенә)» ал- данып йәшәргә ярамай («Борадәр, ғоррә улма бу йыһанә»), кешенең үҙе кеүек, рухы ла «был тән есемендә бер кис-көн» ҡунаҡ ҡына, ысын тормош бары теге донъяла, тигән фекер уҙғарыла. Шағир фекеренсә, үҙен кешемен тигән кеше михнәт- ғазаптары сикһеҙ булған фани донъя ауырлыҡтарына зарланма- йынса, Аллаға һыйынып, тән-йәнен нәфсе-шайтан ҡотҡо-фетнәһенән, гонаһ-ғәйеп бысраҡлыҡтарынан арындырыу, «баҡый ғүмерен әһле тәҡүәләр илә кистереү (үткәреү)» уйы менән йәшәргә тейеш, шул сағында ғына уның теге донъялағы урыны ожмах түрендә булыр («Игре (ҡыйыш) юллары ҡуйыбән, туғры юлдан барасы», «Йә илаһи, бән зәғифең»).

Ләкин Ш.Зәкиҙең донъя һәм кеше, уның тормошо тураһындағы уйланыуҙары тотороҡло бер ҡараш- тар системаһын хасил итмәй. Уның ижадында, хатта бер үк әҫәрендә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған фекерҙәр ғәжәп үрелеп, аралашып китә. Әле генә кешене, уны ура- тып алған ысынбарлыҡты Аллала «иреткән», бары уны ғына таныған һәм халыҡҡа фәҡәт баҡый донъяла бәхетле тормош вәғәҙә иткән шағир көтмәгәндә шуларҙың киреһен һөйләй, көндәлек тормош пробле- малары, уларҙы хәл итеүҙә кешенең тотҡан урыны хаҡында фәлсәфә- гә бирелә һәм үҙе лә һиҙмәҫтән, әҫәрҙәрендә пантеизмдағы мате- риалистик позицияға яҡынлаша төшкән тәбиғәттең үҙен аллалаш- тырыусы, унда Алланы «иретеүсе» натуралистик идеяларҙы сағылдыра башлай. Ә шулай ҙа кеше бөтә нәмәнең дә барлығын дәлилләп тороусы, Аллаға тиң камил тәбиғәт балаһы, иң бөйөк зат, тигән фекергә килә ул: Уарлығың ошбу йыһандың уар- лығына ғайәлер (һуңғы сиктер),..

Бәлкә зат жәүһәрең гәйн фәзиләттер сәнең (Аҫыл затың үҙе камиллыҡ сығанағылыр һинең).

(«Мөнәжәт») Шағир бына ошо «камиллыҡ сығанағы» булған заттарҙың берәү- ҙәре аһ-зар, михнәт, ә икенселәре рәхәтлек эсендә йәшәүҙәрен, бөтә ерҙә яуызлыҡ хөкөм һөрөүен, маң- лай күҙе күрмәһә лә, күңел күҙе менән күреп әсенә, был иләмһеҙ, насар күренештәрҙең сәбәптәренә, ғәҙеллеккә өлгәшеү серҙәренә тө- шөнөргә тырыша. Ләкин ул кешенең Алла ҡоло, тәбиғәт балаһы булыуҙан
Закрыть