Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 123.

2022 «Ватандаш» №7 122 Йөрөткел кәсаэ дәүрән, бу дәмләр – ғанимәтдер!

(Килтер быяла кәсәне (бокалды), эсемлекте саф ит, Йөрөткел кәсәне табын тирәләй, был ваҡыт – бәхеттер!).

Ниһәйәтсез сәнең ҡәдрең, белә ул, кем ула ғалим, Вәли бу ердә гамиләр ки белмәс, ҡәдерене аслан.

(Сикһеҙ һинең ҡәҙерең, белә уны ғалим булған, Ләкин был ерҙә наҙандар белмәҫ ки ҡәҙереңде бер ҙә).

Әйтелгән факттарҙың бөтәһе лә Зәки әҫәрҙәренең үҙ заманында уҡ уҡыусылар араһында шаҡтай таралған һәм популяр булыуы хаҡында һөйләй.

Фәлсәфәүи рух менән Шәмсетдин Зәки шиғриәтенең төп өлөшөн философик характер- ҙағы әҫәрҙәр тәшкил итә. Улар нигеҙҙә суфыйсылыҡ һәм ярым донъяуи рух менән һуғарылған ижад емештәренән, Фирҙәүси, Ғаттар, Науаи, Физули һәм башҡа шағирҙарға арнауҙарҙан, уларҙың әҫәрҙәренә һәм башҡа сығанаҡ- тарға ҡыҫҡаса поэтик шәрехтәрҙән (аңлатмаларҙан) ғибәрәт. Бына ошо классик Көнсығыш әҙәбиәтенең Фирҙәүси, Науаиҙар кеүек вәкил- дәре ижадтарынан юлланған айыҡ фекерҙәр, Йәсәүи, Аллаяр ише назымсылары менән бәйле дини- мистик, суфыйсыл идеялар башҡорт шағиры поэзияһына уҡмашыбыраҡ килеп инәләр һәм унда ҡаршылыҡлы идея-эстетик тенденцияларҙы ха- сил итәләр [9, 178-се б]. Уныңса, ғәләмде барлыҡҡа килтереүсе, ер йөҙөнә тереклек биреүсе һәм уның йәшәүе өсөн шарттар тыуҙырыусы берҙән-бер «ҡөҙрәт эйәһе» – ул Алла: Шөкөр итәм ул тәңрейә кем би гәдәд, Ул торор барсаға ҡылғыусы мөдәд.

Ҡөҙрәт илә төҙҙө бынса ғәләме Һәм яратты мошт хаҡдин әдәме [6, 44-се б.].

Шағир бөтә нәмәне лә Алла кәүҙәләнеше итеп ҡарай. «Бәндәьи – әһле сафа» («Алла ҡолдары – сафлыҡ эйәһе»), «Һәр ни килһә беҙгә, ул шаһтан (бөйөк зат, йәғни Алла мәғәнәһендә. – Ғ.Ҡ.) ки- лер» кеүек фәлсәфәүи-дидактик әҫәрҙәренән күренеүенсә, хатта «кешенең бөйөклөгө һәм меҫ- кенлеге» лә Алланан килгән «суҡ йомартлыҡ булып торор».

Донъяға бына ошондай ҡарашта торған шағир ижадында кешене үҙ күңелен бар нәмәнән бушан- дырып, бары Алла мәрхәмәтенә өмөт бағлап йәшәргә өндәү шаҡтай урын ала. Уның «Ҡаю ердә ойор- сам – мәнзилемдер» («Ҡайһы ерҙә йоҡлаһам (ойоһам) – торағым- дыр», «Борадәр, ғоррә улма бу йыһанә» («Ағай-эне, алданма был донъяға»), «Тағәт (буйһоноу) нуры эстәрем», «Бу сүзе кәгадә ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ
Закрыть