Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 122.

121 2022 «Ватандаш» №7 тәре өсөн төрки телендә ижад иткән. Унда ул төрлө поэтик алымдар, об- разлы тел менән балаларҙы Аллаға, ике донъя – фани (үҙгәрә, бөтә торған) һәм баҡый (мәңгелек) теге донъя барлығына инанырға, дин ҡанундарын еренә еткереп үтәргә өндәгән. Ғәрәп теленән дәреслек рәүешендә ижад иткән «Фараиз әл-ислам» («Исламдың мотлаҡ үтәлергә тейешле күрһәтмәләре»)* тигән икенсе китабында ла шағир конкрет миҫалдар ярҙамында ис- лам нигеҙҙәренә аңлатма бир- гән. Уның өсөнсө китабы иһә «Һәфтиәк»тең («Ҡөрьәндең етенән бер өлөшө»нөң) шиғри тәржемәһенән, ә ғәрәп телендәге дүртенсе һәм фарсы телендәге би- шенсе китаптары ярым донъяуи һәм суфыйсыл рухтағы шиғырҙары йыйылмаһынан ғибәрәт булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ш.Зәкиҙең һуңғы ҡулъяҙма китаптары әлегәсә табылғаны юҡ. Беҙҙең көндәргә уның ижад емештәре өлөшләтә генә килеп еткән: Р.Фәхретдинов баҫтырған әҫәрҙәренән һәм хаты- нан тыш 1915 йылда ауылдашы Зиннәтулла Мөхәмәтрәхими төҙөгән йыйынтыҡта ҡырҡлап шиғыры** урын алған. Мәжмүғәлә сәсән- шағир Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡиҙың (1763–1849) күләмле «Ваҡыты сәхәр» («Таң ваҡыты») тигән әҫәре лә бирелгән [5]. 1979 йылда Башҡортостандың Бөрйән районына ойошторолған археографик экспе- дицияла Килдеғол ауылында уның иллегә яҡын шиғыры тупланған йыйынтыҡ табыла. Уларҙың күбеһе Р.Фәхретдинов баҫмаһынан һәм З.Мөхәмәтрәхими йыйынтығынан билдәле әҫәрҙәр. Шағирҙың Мө- хәмәтзакир Мөхәмәтзариф улы Ишүви атлы кеше тарафынан 1896 йылда Бохарала күсерелгән булған ғәрәпсә хәдистәр китабы ҡулъяҙмаһының алдағы яҙылмаған биттәренә «Тәзкирәте Шәмсетдин бине Йәрәхмәт» тигән баш аҫтында бер әҫәр рәүешендә бирелгән «Ҡаю ердә ойорсам – мәнзилемдер» («Ҡайһы ерҙә йоҡлаһам (ойоһам) – торағымдыр»), «Бу сүзе кәгадә (ҡағыҙға) язмаҡ кәрәктер» тигән шиғырҙары ла шундайҙарҙан. Уларҙан һуң «Ишан Хөснетдин әл-Күсей әл-Башҡоридан наҡыл (күсереп тапшырыу)» тип килте- релгән өс, тышлыҡҡа яҙылған ике юллыҡтар ҙа (бәйеттәр ҙә) Ш.Зә- киҙең ижад емештәре булыуы ихти- мал [10]. Бына уларҙың бер нисәһе: Китер жаме пыяла, бәдане саф ит, * З.Мөхәмәтрәхимиҙең яҙыуына ҡарағанда, Р.Фәхретдинов үҙенең «Аҫар»ында (II том, XIII киҫәк, 414-се б.) «Әр-рисаләт әл-фәризә» («Фарыз эштәр китабы») тип телгә алған йыйынтыҡ ошо ҡулъяҙма китап булырға тейеш. Ғиниәтулла ҠУНАФИН ** Был шиғырҙар тәү тапҡыр 1979 йылдың тәүге яртыһында текстологик яҡтан ошо юлдарҙың авторы тарафынан эшкәртелде һәм уларҙың ҙур бер өлөшө 1980 йылда «Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы» тигән китапта баҫтырып сығарылды (Өфө, 1980, 35–46- сы б.). Ике йылдан һуң уларҙың күпселеге Х.Миңнеғолов менән Ш.Садретдинов сығарған «ХIХ йөз татар әдәбиәты ядкярләре» (Казан, 1982) китабында, 1992 йылда «Татар поэзиясе антологиясе»ндә (1 китап) донъя күрҙе.
Закрыть