Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 121.

2022 «Ватандаш» №7 120 Унан ҡайтҡас, яңынан Стәрлебаш мәҙрәсәһендә эшләү ниәте менән үҙенең бөтә ҡулъяҙмаларын һәм китаптарын шунда илтә. Ләкин уның был уйы тормошҡа ашмай. Шағир 1865 йылдың сентябрендә юлда, Таганрог ҡалаһында, ҡапыл вафат була.

Поэтик мираҫы Ш.Зәкиҙең беҙҙең көндәргә ки- леп еткән поэтик мираҫы ҙур түгел. Сөнки ул ҡәләмдәше Ғ.Соҡоройҙоң шаһитлыҡ итеүенсә, «күҙе юҡтан яҙалманы, әһел ирҙәр табалма- ны, һорарға һәм баҙалманы...» [12, 39-сы б.]. Шуға күрә лә уның күп кенә әҫәрҙәре баҫмала донъя күрмәйенсә, халыҡ араһында яҙ- ма күсермәлә йә яттан һөйләнеп йөрөй-йөрөй, аҡрынлап онотола, юғала барған. Шулай ҙа ҡайһы бер әҫәрҙәрен Байым ауылынан килгән иң яҡшы уҡыған шәкерте, бөрйән башҡорто Заһиретдин бин Мөхәмәтғәли ҡағыҙ биттәренә төшөрә барған. Кем белә, уның ижа- дына башлап иғтибар итеүселәрҙең береһе Риза Фәхретдиновҡа, ул үҙе яҙып ҡалдырғанса, Орск һәм Темәс муллалары аша килеп юлыҡҡан «әҫәрҙәр, ҡасидә вә ғәзәлдәр, ҡитға вә мөнәжәттәр», бәлки, Ш.Зәкиҙең ана шул яратҡан шәкерте яҙып барған шиғырҙары булғандыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Р.Фәхретдинов үҙенең «Аҫар»ында, урын ҡыҫыҡҡа күрә, Орск яғынан мулла Әбүбәкер Хөсәйен улы ебәргән шиғырҙарҙың бары иҫке төрки телендәге бишеһен һәм ғәрәпсә яҙылған бер хатты ғына баҫтырып сығара, ә фар- сыса яҙылған ҡасидәне (поэма- мәҙехте), ғәрәп телендәге алты шиғырҙы Әбүбәкер муллаға кире ҡайтара. Башҡорт, татар әҙәбиәт- тәре тарихын өйрәнеүсе ғалимдар Ш.Зәки ижадын күп йылдар бу- йына баҫылып сыҡҡан ошо алты сығанаҡ нигеҙендә генә баһалап килделәр. Р.Фәхретдинов арта- бан да суфый шағирҙың ижады менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә. Мәҫәлән, «Шура» журналының 1913 йылдағы 11-се һанында уның тормошо һәм ижадына бәйле материалдар йыйыуын белдерә. Ырымбурҙан Ғабдрахман исемле мулла үҙендә Ш.Зәкиҙең байтаҡ әҫәрҙәре һаҡланыуы хаҡында яҙа, шуларҙы баҫтырып сығарыуҙы үте- нә. Р.Фәхретдинов, суфый шағирҙың әҫәрҙәрен донъяға сығарыу өсөн матди ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап, халыҡҡа ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итә, әммә ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылмай. Ырымбур муллаһы ҡу- лындағы ул шиғырҙарҙың артабанғы яҙмышы билдәле түгел. Ш.Зәкиҙең тормошо һәм ижади мираҫы менән ныҡлап ҡыҙыҡһын- ған ауылдашы имам Зиннәтулла Мөхәмәтрәхимиҙең раҫлауына ҡарағанда, уның әҫәрҙәрен Заһи- ретдин бин Мөхәмәтғәли яҙып ба- рыуы һөҙөмтәһендә тыуған биш ки- табы булған. Дүрт бүлектән торған «Дөрр-әл-ҡәләм» («Ынйы һүҙҙәр») тигән китабын ул, Ҡазандан тыуған ауылына ҡайтып, мәҙрәсәлә уҡыта башлағас, түбәнге баҫҡыс шәкерт- ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ
Закрыть