Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 120.

119 2022 «Ватандаш» №7 теремек уҙаман күп йөрөргә, халыҡ менән аралашырға ярата, уларға үҙенең белгәндәрен еткерергә, ярҙам ҡулын һуҙырға тырыша. Ҡасандыр мәҙрәсәлә уҡыған, ә хәҙер үҙе уҡытҡан дәреслектәрҙе, бик күп әҙәби китаптарҙы, бигерәк тә Сәғҙи, Ғаттар, Хафиз, Низами, Физули, Науаи, Йәссәүи, Аллаяр кеүек Көнсығыш шағирҙарының әҫәрҙәрен иҫендә тотоуы, яттан һөйләүе менән күптәрҙе хайран ҡалдыра. «Шәмсетдин суфый арҡылы, – тип яҙа был айҡанлы татар ғалимы Ғ.Рәхим, – беҙ... Ал- лаяр, Йәсәүи шикелле ысын суфый шағирҙарға ғына түгел, бәлки тура- нан-тура сығатай әҙәбиәтенең клас- сиктарына, Науаиҙарға тоташабыҙ. Ул беҙҙең Иҙел буйы (дөрөҫөрәге Урал-Волга буйы. – Ғ.Ҡ.) әҙәбиәтен сығатай әҙәбиәтенең алтын быуаты менән бәйләй» [11, 155-се б.].

Әммә халыҡ араһында Зәки ят- тан белгән әҫәрҙәрҙе генә һөйләп йөрөмәй, үҙен күпмелер кимәлдә философик фекерләүгә эйә булған ғилем эйәһе һәм шағир булараҡ та күрһәтә. Уның һәм ул эшләгән Изәк-Ишмәт (Зәк-Ишмәт) ауылы мәҙрәсәһенең даны тирә-йүнгә тиҙ тарала. Унда Башҡортостандың тау- урман, Урал аръяғы төбәктәренән, Ағиҙел, Һаҡмар буйҙарынан күп ләп уҡырға киләләр. Мәҙрәсәлә урын етешмәгәнлектән хатта шәкерт- тәрҙең бер өлөшө уның урамына уҡ ҡуйылған тирмәләрҙә йәшәй.

Ләкин тыуған ауылында ла эҙләнеүсән мөғәллим-шағирҙың изге теләк-ынтылыштарына арҡыры төшөүселәр, уны эҙәрлекләүселәр табыла. Эшләй башлауына өс йыл тулыр-тулмаҫтан ул, шәкерттәрен эйәртеп, Стәрлебаштағы атаҡлы Харис Биктимеров мәҙрәсәһенә күсеп китергә мәжбүр була. Унда эшләү дәүерендә уға ике йыл буйы- на шағир һәм ғалим Ғәли Соҡорой менән бергә хәлфәлек итергә, һуң- ғараҡ атаҡлы мәғрифәтсе шағир булып таныласаҡ Мифтахетдин Аҡмуллаға дәрес бирергә тура килә. Уҡытыусы менән шәкерт араһында тиҙ арала тығыҙ ижади бәйләнеш урынлаша. Был хаҡта Зиннәтулла Мөхәмәтрәхими, Аҡмулла менән Троицкиҙа бер нисә тапҡыр осра- шыуы ваҡытында унан яҙып алған иҫтәлектәрҙән сығып, ошондай ҡы- ҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр бирә: ул осорҙа мәҙрәсәләрҙә үҙ әҫәрҙәреңде түгел, «Мөхәмәдиә» китабын да ҡысҡырып уҡырға ярамағанлыҡтан, йәш шәкерт менән уның остазы йәй көндәрен сит күҙ- ҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән ҡасып, ҡулға-ҡул тотоношҡан хәлдә аулаҡ, тыныс урынға – киң далаға сығып китә һәм шунда күңелдәре бөткәнсе бер-береһенә үҙҙәренең һәм баш- ҡа авторҙарҙың шиғырҙарын һөйләй, әҙәби ижад тураһында фекер алыша торған булғандар. Мәҙрәсәгә улар, бер төрлө ауыр уйҙарҙан арынғандай, шатланып, илһамланып ҡайтҡандар [5, 37-се б.].

Стәрлебашта йәшәүенә дүрт йыл тигәндә, Ш.Зәки яҡташтарының үтенесе буйынса тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ундағы мәҙрәсәлә һигеҙ йыл самаһы дәрес бирә. 1865 йылда ул Мәккәгә хажға юллана. Ғиниәтулла ҠУНАФИН
Закрыть