Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 119.

2022 «Ватандаш» №7 118 ғып, хаж йөрөп, улын тәрбиәләүгә әллә ни иғтибар итмәй. Шәмсетдин башлыса түҙем тәбиғәтле, баҫалҡы һәм эшһөйәр әсәһе Фатима ҡулы аҫтында тәрбиәләнә, башланғыс белемде лә унан ала. Бәләкәйҙән, икенсе сығанаҡтарҙа – тыумыштан уҡ тома һуҡыр улына Фатима һәр көн төрлө китаптарҙы ҡысҡырып уҡый, ә Шәмсетдин уларҙы отоп ала һәм яттан һөйләй. Малай бик ҡыҙыҡһыныусан, хәрәкәтсән, көслө ихтыярлы булып үҫә. Ун өс йәше тулыу менән әсәһе уны хәҙер инде Изәк-Ишмәт тип ата- ла башлаған тыуған ауылынан 30 саҡырым алыҫлыҡтағы Әтәс ауылы мәҙрәсәһенә уҡырға бирә. Бында ул мохтажлыҡ, йәбер-золом һәм ғәҙелһеҙлектәр менән күҙмә- күҙ осраша. Әммә бер ниндәй ауырлыҡ та уның аң-белемгә ынты- лышын һүндерә алмай. Киреһенсә, һуҡыр булғаны, уҡыуға мөкиббән бирелгәнлеге, тыйнаҡлығы өсөн исеменә «суфый» ҡушаматы өҫтәп, көлөп-кәмһетеп ҡараған һабаҡташтарына үс иткәндәй, сәмләнеп, бөтә һәләтен, дәрт- дарманын биреп уҡый: бер йыл эсендә фарсы телен, бөтә грам- матика курсын – морфологияны һәм синтаксисты үҙләштерә, бөйөк Сәғҙи, Фәритетдин Ғаттар кеүек әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен һөйләрлек була, үҙе лә шиғырҙар ижад итә башлай.

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ», – тип ул, форса- ты сыҡҡан ваҡытта төрлө ҡул эштәренә өйрәнә, хатта сәғәт төҙәтеүсе һөнәрен үҙләштерә, төплөрәк белем алыу ниәте менән төрлө мәҙрәсәләрҙең ишеген аса. Әтәстәге Ҡотлогилде хәҙрәт мәҙ- рәсәһендә бирелгән дәрестәр менән ҡәнәғәтләнмәйенсә, унда уҡый башлауына дүрт йыл тигәндә Ашҡаҙар-Балыҡлы ауылындағы Ғабдрахман хәҙрәт мәҙрәсәһенә күсә. Бында ла ул уҡытыу менән ҡәнәғәт булып бөтмәй, Ҡазанға китә һәм Мөхәмәткәрим хәҙрәт мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам иттерә. Отҡор, йор һүҙле, шиғри хисле шәкерт һабаҡташтары араһында бик тиҙ абруй ҡаҙана. Бер ваҡыт уны Ҡазан университеты про- фессоры А.К.Казембәк үҙ өйөнә саҡырып, белем кимәлен асыҡлап ҡарай. Ғалим уның диндән генә түгел, филология, философия, арифметика кеүек фәндәрҙән дә төплө мәғлүмәтле булыуын күреп хайран ҡала. Уның ҡарауы, һабаҡташтарын дискуссияларға әүәҫләндереп торған бындай бе- лемле, үткер телле, тура һүҙле, үҙ ҡараштарын һәр саҡ ҡыйыу яҡлаусы шәкерт мәҙрәсә хужаһына оҡшап етмәй. Башҡа шәкерттәргә йоғонто яһауынан һәм, әлбиттә, үҙенең улар араһында дәрәжәһе төшөүенән ҡурҡып, хәҙрәт уны мәҙрәсәлә ҡалдырмау яғын ҡарай.

Шулай, мәҙрәсәне тамамлай алмайынса, тыуған ауылына ҡайтып китергә мәжбүр булған көслө их- тыярлы, оло маҡсатлы, эҙләнеүсән Шәмсетдин был күңелһеҙ хәлдән баҙап ҡалмай. Ҡазандан ҡайтыу менән ул мәҙрәсә асып, балаларға дәрес биреү эшенә тотона. Алсаҡ тәбиғәтле 30 йәштәр тирәһендәге ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ
Закрыть