Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 118.

117 2022 «Ватандаш» №7 Мәғрифәт юлындағы мөғәллим-шағир Шәмсетдин Зәки 1822 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең Бөрйән улусына ҡараған Изәк ауылында (Башҡортостандың хәҙерге Көйөргәҙе районы билә- мәһендәге был ауыл бөгөн рәсми рәүештә Зәк-Ишмәт тип атала) Йәрәхмәт Ғөбәйҙуллин тигән мул- ла ғаиләһендә тыуа. IV ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Изәк ауы- лына 1784 йылда Бөрйән улу- сы Таймаҫ ауылының ике аҫаба башҡорто нигеҙ һалған. VII ревизия материалдарында теркәлеүенсә, 1816 йылда Изәк ауылы Ырым- бур губернаһының 9-сы башҡорт кантонына ҡараған. Был доку- менталь сығанаҡта Шәмсетдиндең атаһы Йәрәхмәттең 1797 йылда тыуғанлығы ла күрһәтелгән. Унда Изәк ауылының йәнә 27 аҫаба башҡорт ир-атының һәм 31 ҡатын- ҡыҙҙың исемлеге лә бирелгән [3, 767-се б.]. Шәмсетдин бына ошо ҙур булмаған ауылда аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуған. Ауыл барлыҡҡа килеүгә 11 йыл тигәндә, 1795 йылда, унда килешеү бу- йынса Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Ашҡаҙар ауылынан Ишмөхәмәт Кугушев (икенсе мәғлүмәттәр бу- йынса – Ишмәт Әтәсов) атлы кеше етәкселегендә яһаҡлы татарҙар килеп төпләнә. 1835 йылда Ырым- бур эргәһендәге Ҡарғалы ауылы- нан (Сәйет (Сәғит) биҫтәһенән) килешеү буйынса сауҙагәр татарҙар ҙа килеп урынлашҡас, ауылда килмешәк-әтәмбәйҙәр күпкә ишәйә төшә. Шул йылдан башлап ауыл, татарҙарҙы ойоштороп алып килгән уҙаман Ишмәт (йә Ишмөхәмәт) исе- мен дә ҡушып, Изәк-Ишмәт (Зәк- Ишмәт) тип атала башлай [2, 79-сы б.; 4, 492-се б.]. Ауылдың төп аҫаба халҡы хәрби казак сословиеһына ҡараған. Унда офицерҙарҙың, мәҫәлән, Шәмсетдин Зәкиҙең ике есаул ағаһының булыуы – ошоға бер дәлил. Шәмсетдиндең атаһы Йәрәхмәт мулла, дин эштәре менән генә мауы- йөҙөндә йәшәүҙең маҡсаты һәм мәғәнәһе хаҡында уйланалар, йәмғиәттең төрлө ҡатламы вәкилдәренең эш-ҡылыҡтарына, төрлө хәл-күренештәргә үҙ мөнәсәбәттәрен асыҡтан-асыҡ белдергеләп хөкөм йөрөтәләр.

Бына ошондай ҡаршылыҡлы идея-эстетик тәбиғәте, жанр төрлөлөгө һәм поэтик аһәңлеге йәһәтенән XIX быуаттың бе- ренсе яртыһындағы башҡорт шағирҙары араһында Шәмсетдин Зәки ижады айырылып тора. Шағирҙың нескә лиризмы, поэтик оҫталығы, ниндәйҙер кимәлдәге сәсәнлеге, ҡатмарлы һәм ғибрәтле тормош юлы, уйландыра ла, хисләндерә лә торған әҫәрҙәре заманын- да бик күп әҙәбиәт һөйөүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткән.

Ғиниәтулла ҠУНАФИН
Закрыть