Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 117.

2022 «Ватандаш» №7 116 ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ ЛИТЕРАТУРОВЕДЕНИЕ Ғиниәтулла ҠУНАФИН, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы КҮҢЕЛ КҮҘЕ КҮПТЕ КҮРГӘН (Шәмсетдин Зәкиҙең тыуыуына – 200 йыл) XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандағы ауыр социаль- ижтимағи һәм сәйәси шарттар баш- ҡорт ижтимағи фекере, мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенең үҫешенә мөмкинлек бирмәй. Яҙма әҙәбиәттә донъяуи ҡарашты сағылдырған реалистик ижадҡа ҡарағанда дини-мистик йүнәлеш, суфыйсылыҡ идеялары өҫтөнлөк алыуын дауам итә. Улар бигерәк тә һүҙ сәнғәтенең лирик төрөндә – поэзияла киң сағылыш таба. Ләкин тормош ағышы, за- ман талабы үҙенекен итә. Рәсәй халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың, ижтимағи тормошондағы үҫеш-үҙгәрештәр, 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм де- кабристар ихтилалы кеүек тарихи ваҡиғалар, төбәктә, ғөмүмән, бөтә илдә азатлыҡ хәрәкәтенең әүҙемләшә барыуы башҡорт әҙиптәренең, шул иҫәптән суфый шағирҙарының ижадтарына йоғонто яһамай ҡалмай. Әҫәрҙәрендә улар юҡ-юҡ та дини-мистик, аскетлыҡ ҡараштары сиктәренән ашып сыҡҡан киң идея-эсте- тик идеяларҙы үткәргеләп, донъяуи уй-фекерҙәрҙе сағылдырғылап ҡуялар. Халыҡтың тормош-көнкүреше, дәүер проблемалары, ер
Закрыть